Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы йылытыу ҡорамалдары менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә үтә лә талапсан булырға саҡыра. Буран, боҙлауыҡ, көслө ел. Һауа торошо йәнә көйһөҙләнә. Шуға ҡарамаҫтан айырым райондарҙа 4 градусҡаса йылытыуы ла ихтимал. Ҡарҙың күпләп яуыуы арҡаһында ауыр техникаға етди эшләргә тура килә. Төнө буйы юлдарҙы ҡаплаған ҡар арҡаһында бөгөн баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты.Иртән юлдарҙағы тығындар ун балл менән баһаланды. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 5 километрҙан артманы. Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күп яуыуы автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Юлдың насар булыуы арҡаһында Өфө урамдарында тығындар күп күҙәтелә. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреп китеүе транспорт системаһында киҫкен сағыла. Өфө урамдарында, бигерәк тә, Октябрь проспектында бихисап авариялар теркәлде. Шунлыҡтан, бөгөн тығындар ҙа күп. Бер төн эсендә яуған ҡар автоһәүәҫкәрҙәр генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.Гидрометеоүҙәк белдереүенсә, республика райондарында киләһе көндәрҙә лә көслө ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы ихтимал. Ҡарҙың ҡала урамдарын баҫып алыуы тығын һәм аварияларҙың булыуына сәбәпле. Шуға ла рулдә ултырғандарға һаҡ булырға кәңәш ителә.
Синоптиктар фаразы
Тулыраҡ: Синоптиктар фаразы