Илеш районында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Тулыраҡ: Илеш районында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Уның нигеҙендә фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм ауыл клубы эш башланы. Муниципалитеттың медицина учреждениеһында "һаҡсыл поликлиника" принцибын уңышлы ҡулланалар. Яңы социаль объекттар менән төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Асыҡ регистратура аша яҙылыу сиратты һәм пациенттарҙың көтөү ваҡытын кәметә. Өҫтәлмә корпус асылыу менән "һаҡсыл поликлиника" тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ. Унда яңы заманса ҡоролмалар урынлаштырыласаҡ, яңы бүлектәр, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы кабинеты барлыҡҡа киләсәк. Белгестәр бар. "Ауыл табибы" программаһы буйынса һуңғы биш йылда штат 32 йәш белгес менән тулыланды.Ә күрше ауыл — Түбәнге Сереккүлдә медицина хеҙмәтен тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрһәтә башлайҙар. "Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү" программаһын бойомға ашырып, бында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Үҙәктә китапхана, бейеү, музыка класстары һәм оло зал бар. Унда мәҙәни саралар ҙа, спорт ярыштары ла үткәреү мөмкин. Залда тиҙҙән йомшаҡ ултырғыстар урынлаштырыу ҡарала. Тәүге рәттәр мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн ҡулайлаштырыласаҡ. Үҙәкте асыуға федераль һәм төбәк ҡаҙнанан 70 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Етәкселәр сығымдарҙың үҙен аҡлауын хуплай.Иҫке Күктау ауылында ла хәҙер яңы клуб. 300 урынға тәғәйенләнгән мәҙәниәт учреждениеһы Башҡортостандың 100 йыллығына арналған 100 объекттың береһе.Иҫке Күктау ауылында Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары төйәкләнгән. Шәжәрәләрендә барыһы 22 быуын, 2.5 мең исем бар. Илеш районы элекке Ҡырғыҙ олоҫо биләмәһендә ята. Ерле халыҡ йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Ауыл мәсетендә Ҡырғыҙ ырыуы тураһында уникаль китап һаҡлана.Илештәр тимер ангарҙы ҡороп иң һалҡын көндә лә тент менән ябып ҡуя ала. Бындай тимер каркастарҙы район предприятиеһында етештерәләр. Ангар мал ҡуйыуға ла, техника урынлаштырыуға, конференциялар, спорт уйындары үткәреүгә лә уңайлы. 1935 йылдан алып эшләп килгән "Уңыш" хужалығына бындай ангарҙы һатып алырға теләйҙәр. Хужалыҡ малсылыҡ, ҡатнаш мал аҙығы етештереү, иген культураларының элиталы сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, Илештәге фирмаларҙың әүҙем берләшеүе, яңы үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе ауылда йәштәргә эш урындары булдырыуҙы һәм ғаиләләрҙең районда ҡалыуын тәьмин итә.