Йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу

Тулыраҡ: Йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу

Бөгөн Благовещен ҡалаһында иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтә. Унда республика башлығы ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов моноҡалала республиканың 100 йыллығына 100 объект программаһы сиктәрендә төҙөлгән 320 урынлыҡ мәктәп менән танышты, яңыраҡ асылған “Башҡортостан кванториумы”нда булды. Рөстәм Хәмитов республикала уҡыусылар һәм студенттар өсөн технопарктар, кванториумдар ойоштороу йәһәтенән яҡшы һөҙөмтәләр бар, тип белдерҙе. Улар йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа улар юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, башҡортостанда ҡалмай. Төп маҡсат йәштәр өсөн яңы эш урындары булдырыу һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу, тине Рөстәм Хәмитов