Өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре

Тулыраҡ: Өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре

Фәндәр академияһында Башҡортостандың технологик инициативаһы проектының бойомға ашырылыуына байҡау яһалды. Үткән йылда ғәмәлгә ингән проект буйынса юл картаһы төҙөлгәйне. Бөгөн үткән ултырышта өҫтөнлөклө фәнни тикшеренеү йүнәлештәре аталды. Медицинала – атеросклероз, ир-егеттәрҙең түлһеҙлеген дауалау, яман шешкә ҡаршы көрәш юлдарын табыуға бәйле тикшеренеү эштәренә өҫтөнлөк бирелә. Агросәнәғәттә – ит етештереүҙе арттырыу, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү, кукуруз һәм көнбағышты үҫтереүҙә сығымдарҙы аҙайтыуға йүнәлтелгән strip-till технологияһын индереү бурысы тәү сиратҡа ҡуйылған. Шулай уҡ төбәк өсөн яңы йүнәлеш — спортсылар өсөн ризыҡтар етештереү технологияларын булдырыу күҙаллана. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мөһим урынды биләй. Был йүнәлештә халыҡты эсәр һәм хужалыҡ өсөн яраҡлы һыу менән тәьмин итеү өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе һанала.