Һайлауҙар көнөндә, 18 мартта, Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Тулыраҡ: Һайлауҙар көнөндә, 18 мартта, Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Унда журналистар өсөн ил президенты вазифаһына кандидаттарҙың һайлау алды штабтары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, белгестәр һәм власть вәкилдәре менән брифингтар ойошторола. Өҫтәүенә, был юлы матбуғат үҙәгенә йәмәғәт күҙәтеүселәренән дә мәғлүмәт килеп торасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең төбәктә 10 меңдән ашыу күҙәтеүсе буласаҡ. Башҡортостанда һайлауҙарға мониторинг үткәреүсе Call-үҙәк тә эшләй башланы. “Ҡыҙыу линия”ға һайлаусылар ҙа, йәмәғәт күҙәтеүселәре лә шылтырата ала. Белгестәргә тауыш биреүгә ҡағылышлы теләһә ниндәй һорау бирергә була. 280-95-43 номеры көн һайын иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй.