Урмансылар үҙенең ишектәрен аса

Тулыраҡ: Урмансылар үҙенең ишектәрен аса

Өфө лимонарийындағы 500-ҙән ашыу экзотик емештәрҙең тарихы, урман хужалығының төп үҙенсәлектәрен өйрәнеү маҡсаты менән студенттар һәм уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо. Был акция халыҡта тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш уятыуы менән дә отошло. Юлиә Вәлиуллина Өфө лимонарийында беренсе тапҡыр сәйәхәт ҡыла. Башҡортостан тәбиғәтенә хас булмаған төрлө экзотик емештәр, сәскә, декоратив культуралар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәрҙең төрлө төрҙәре менән танышырға килгән студент өсөн был экскурсия ҙур асышҡа әйләнде.Өс йыл дауамында уҙғарылған “Урмансылар үҙенең ишектәрен аса” акцияһы, ғәҙәттәгесә, тәбиғәт серҙәре менән танышырға теләүсе студенттарын йыйҙы. Лимонарийҙы 500-ҙән ашыу экзотик емеш үҫә. Белгестәр сәйәхәт ҡылыусыларҙың һорауҙарына яуап биреүҙән тыш, уларҙың үҙенсәлектәре, тарихы менән дә таныштырҙы.Студенттарҙан тыш, башҡа кешеләрҙең дә лимонарий буйлап сәйәхәт ҡылыуы урман хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуын иҫбатлай.Экскурсияға килгән һәр бер уҡыусы һәм студент бында ҡәһүә алыу ысулан да күрә ала. Мәҫәлән, был ағас егерме йылдан ашыу уңыш бирә. Ағас сәскә атҡандан һуң ошондай йәшел орлоҡ барлыҡҡа килә. Бер аҙҙан һуң ул ҡыҙыл төҫкә әйләнә. Әйткәндәй, һәр бер кеше был ҡыҙыл төҫтәге емеште яра һәм шул уҡ ваҡытта ашай ала. Уның эсен ярғас, беҙ ошондай орлоҡ күрәбеҙ. Өс-дүрт ай эсендә тап ошо орлоҡ һоро төҫтәге ҡәһүәгә әйләнә.Экзотик емештәр менән танышҡандан һуң, һәр бер студент уларҙы ауыҙ итеп тә ҡараны.Сәйәхәт барышында белгестәр студенттарға шулай уҡ урман хужалығы серҙәрен һөйләне, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Был акцияның төп маҡсаттарының береһе. “Урмансылар үҙенең ишектәрен аса” акцияһы 30 мартҡа тиклем дауам итә.