Бөгөн Өфөлә күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Йәнә, 50 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Бында ултырған ҡатындарҙың бер-береһе менән танышыуы тап шулай башлана. Үҙҙәре баш ҡалала Хөкүмәт йортонда ултырһа ла, уйҙары менән өйҙә, балалары янында. Ғүмерҙәрен донъялағы иң изге ғәмәл – йәш быуынды, киләсәгебеҙҙе тәрбиләүгә бағышлаған әсәләрҙе данлаусы республикала яҡшы йола бар. Бына 20 йыл инде биш һәм унан да күберәк бала баҡҡан гүзәл заттарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Бөгөн был юғары наградаға тағы ла 45 ҡатын лайыҡ булды.Бүләкләү тантанаһынан һуң берләләп фотоға төшөү ҙә матур йолаға әүерелгән. Миҙалдан тыш, иҫтәлеккә коллектив фото ла ҡала. Уға ҡараған һайын һәр ҡатын был изге эштә үҙенең яңғыҙ түгеллеген аңлай. Ә күкрәктәрен биҙәгән миҙал уларҙың даны билдәһе.
Дан һиңә, әсә!
Тулыраҡ: Дан һиңә, әсә!