Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республиканың алдынғы ҡатындары төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы менән осрашты. Ғаилә, бала тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау һәм ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге, ғаиләләге урыны тураһында әңгәмә барҙы. Эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төҙөлөш ойошмаларын, дәүләт ведомстволарын етәкләгән һәм башҡа төрлө организация етәкселәре вазифаһындағы гүзәл заттар эштәрендәге ҡаҙаныштары, мәсьәләләре, киләсәккә уй-ниәттәре менән уртаҡлашты, ыңғай тәжрибәләре менән бүлеште. Һәр ойошмала ғаилә концепцияһын булдырыу, Республика кардиология үҙәге миҫалында хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн көндөҙгө төркөмдәр булдырыу мөмкинлеге тикшерелде. Матбуғат биттәрендә ғаиләне нығытыу, әҙәп һәм тәрбиәгә бәйле мәҡәләләргә күберәк иғтибар кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Етәксе ҡатындар төбәк башлығына торлаҡ мәсьәләһенә бәйле һорауҙарын бирҙе. Хеҙмәткәрҙәр өсөн дөйөм ятаҡтар төҙөү теләген еткереүселәр булды. Ҡарауһыҙ ҡалған балалар һәм ололар йорттарын бөтөрөү кәрәклеге тураһында ыңғай фекерҙәр яңғыраны. Рөстәм Зәки улы ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика башлығы йүнсел ҡатындар менән осрашты
Тулыраҡ: Республика башлығы йүнсел ҡатындар менән осрашты