Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк

Тулыраҡ: Йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асырға кәрәк

Республика башлығы был хаҡта Благовещенда яңыраҡ асылған кванториум менән танышҡанда бедерҙе. Һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң, йәштәр Башҡортостанда ҡалмай. Төп маҡсат улар өсөн яңы эш урындары булдырыу һәм уңайлы шарттар тыуҙырыу, тине Рөстәм Хәмитов.

Благовещен ҡалаһындағы 320 урынлыҡ яңы мәктәп 1-се сентябрҙә уҡыусылар өсөн үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә. Төҙөкләндереү эштәре бер-нисә айҙан тулыһынса тамамланасаҡ. 10 мең ярым квадрат метрлыҡ объектың хаҡы 228 миллион һум. Тикшереү барышында төбәк башлығы яңы төҙөлгән биналағы етешһеҙләктәр тураһында белдерҙе.Шулай уҡ республика башлығы яңыраҡ асылған “Башҡортостан кванториумы”нда ла булды. Балалар өсөн тәғәйенләнгән технопаркта яҡынса 400 бала бушлай шөғөлләнә аласаҡ. Был тәү сиратта төбәктәге моноҡалаларҙа йәштәр өсөн яңы эш урындары менән бергә яңы уңайлыҡтар аса.

Артабан республика башлығы Благовещен ҡалаһында сығарыласаҡ яңы тракторҙар өлгөһө менән дә танышты. Ошо көндәрҙә Башҡортостан менән «Чжифан» компанияһы араһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, проект 2021 йылдан ғәмәлгә ашырыласаҡ. Эш сәфәре барышында Благовещенда иҡтисади үҫеш министрылығының киңәйтелгән коллегияһы үтте. Унда үткән йылға йомғаҡтар яһалды, яңы йылдың планы менән таныштырҙылар.