Тәүге эш урынында матди ярҙам һәм өс йыл дауамында эш хаҡына өҫтәмә аҡсалата түләүҙәр. Был дәртләндереү сараһы ауыл хужалығын белгестәр менән тәьмин итеү маҡсатында ҡулланыла. Бөгөн был түләүҙәрҙең күләмен арттырыу мәсьәләһе көн тәртибенә сығарыла.
Игеҙәктәр Алина менән Лена Исаевалар Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем алып Алексеевка совхозында дүртенсе йыл эшләй. Республиканың алдынғы хужалыҡтарының береһендә агроном вазифаһы — яуаплы бурыс. Ҡыҙҙар тәүге эш мәлен яҡшы хәтерләй. Ошондай уҡ дәүләт ярҙамын хужалыҡтың беренсе фермаһы директоры Элита Дикаева ла файҙаланған. 100 меңде ул фатир алырға тип йыйған аҡсаһына өҫтәгән. Бөгөн йәш етәксе ҡулы аҫтында 67 кеше эшләй. Мал башы — 3 мең. Һәр һыйырҙан тәүлегенә 23 килограмм һөт һауып алына. Алексеевка хужалығындағы мең дә өс йөҙ хеҙмәткәрҙең биш йөҙө йәш белгес. Етәкселек хеҙмәт шарттарын да тәьмин итә, көнкүреште лә хәстәрләү әмәлен күрә. Предприятиеның 600 урынға иҫәпләнгән биш ҡатлы дөйөм ятағы бар.
Совхоздың генераль директоры фекеренсә, йәштәргә тәүге осорҙа күрһәтелгән матди ярҙам күләмен арттырыу айырым фатир мәсьәләһен хәл итергә булышлыҡ итер ине. Аграр сәнәғәт комплексында кадрҙар потенциалын нығытыу өсөн республика бюджетынан 70 миллион һумдан ашыу субсидия бүленәсәк. Ошо хаҡта ҡарар хөкүмәт президиумы ултырышында ҡабул ителде. Төбәктә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүгә башҡа төрлө дәүләт ярҙамы ла күҙ уңында тотола.
Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов йәштәргә матди ярҙам күләмен биш тапҡыр арттырып белгестәрҙең һанын түгел, ә уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыуға баҫым яһай. Инвестиция кредиты алған предприятиеларға процент ставкаһын кәметеү маҡсатында бюджетта 190 миллион һум бүленә. Ҡабул ителгән ҡарарҙар йәш белгестәрҙе ауылға йәлеп итеп табышлы хужалыҡтар иҫәбен арттырыу, ә тауар етештереүселәргә кредит түләргә ярҙам итеп, төбәккә инвестициялар күләмен үҫтереү бурысын ҡуя.