Ялған шылтыратыу өсөн-штраф

Тулыраҡ: Ялған шылтыратыу өсөн-штраф

Ҡар иреп, көндәр йылытыу менән күптәр ҡырға ял итергә сыға. Ҡыҙмаса булып алғандар араһында янғын сығыу тураһында ялған шылтыратыуҙар ҙа юҡ түгел. Бынан ары урманда янғын сығыу тураһында ялған мәғлүмәт өсөн штраф түләргә тура киләсәк. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекс яңы статья нигеҙендә штраф күләме лә билдәләнде. Ул 3 мең һумдан 15 мең һумға тиклем етәсәк. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы эштәрҙе ҡарау урман хужалығы министрлыҡтарына һәм департаменттарына йөкмәтелгән.