Асҡын, Балтач, Борай, Благовещен, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл райондарында был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороу хәүефе бик ҙур. Башҡорт Дәүләт медицина университеты студенты Валентин Катаев экспресс-тест аша сысҡан биҙгәген билдәләү ысулын уйлап сығарған. Тәү ҡарамаҡҡа был бәләкәй генә булып күренгән махсус кассеталар кеше ғүмерен ваҡытында ҡотҡарыу һәләтенә эйә. Бының өсөн сысҡан биҙгәге менән ауырыған кешенең бер-ике тамсы ҡаны ла етә. Валентин Катаев экспресс-тест аша сысҡан ауырыуын ваҡытында билдәләү ысулын уйлап сығарған. Ул “Умник” конкурсында ҡатнашып, дүрт йөҙ мең грантты тест компонеттарын һатып алыуға тотона. Элек сысҡан биҙгәген асыҡлау өсөн яҡынса бер-ике аҙна ваҡыт талап ителһә, ә хәҙер иһә кешенең бер-нисә тамсы ҡанын кассеталарға тамыҙғас, һөҙөмтә бер-нисә минут эсендә билдәле була. Сысҡан сире һуңғы йылдарҙа йыш осрай. Бер ҡарағанда зыянһыҙ күренгән был кимереүсенең ҡайһы саҡта оло афәт тыуҙырыуы, хатта инвалидлыҡҡа килтере ихтимал. Сирҙе, башлыса, йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Шулай ҙа был кимереүселәрҙең лабораторияла ҙур файҙа килтереүен дә оноторға ярамай.Лабораториялағы был сысҡандар аша төрлө эксперименттар үткәрәләр. Әйткәндәй, улар зарарһыҙ. Шуға ла һәр кеше хатта бирсәткә кеймәйенсә лә тота ала.Валентин Катаев уйлап сығарған ысул иһә әле һынау үтә. Тәжрибәләр уңышлы булһа, бәлки киләсәктә был сир кешегә ҙур зыян килтермәҫ.
Роспотребнадзор сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар күпләп теркәлгән райондарҙы атаны
Тулыраҡ: Роспотребнадзор сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар күпләп теркәлгән райондарҙы атаны