Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә

Тулыраҡ: Камаз заводы Башҡортостандағы предприятиеларында етештереүҙе киңәйтә

Республика компания өсөн географик йәһәттән һәм килешеп эшләү яғынан уңайлы. Был турала ойошманың генераль директоры Сергей Когогин Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында белдерҙе. Әле 3 завод та заказдар менән тәьмин ителгән. Нефтекамаға яңыраҡ ҡына 200 миллион һумлыҡ өҫтәмә ҡоролмалар ҡайтарылған.