Санкцияларға лайыҡлы яуап

Тулыраҡ: Санкцияларға лайыҡлы яуап

Сит дәүләттәр Рәсәйгә ҡарата санкциялар индергәс, беҙҙең предприятиеларҙың мөмкинлектәре артты. Ошоға бәйле, ил етәкселеге Оборона предприятиеларына продукцияның ассортиментын киңйәтергә ҡуша. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә газ ҡыуыу двигателен камиллаштырырға йыйыналар.

Двигателдең күпселек өлөшө Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелә. Тик, ҡалған 10 проценты ғына башҡа филиалдарҙа эшләнә. Был иһә уны тиҙ арала ҡорорға һәм һынау үткәрергә мөмкинлек бирә. Предприятие самолеттар һәм вертолеттар өсөн двигателдәр эшләү менән дан алған. 90-сы йылдарҙа ябай тормошта ҡулланылған тауар етештереү тураһында һүҙ сыға һәм 2000-се йылдар башында газ ҡыуыу өсөн двигателдәр сығара башлайҙар. Уны тап самолет двигателе нигеҙендә ҡоралар.Предприятиела газ ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән двигателде йылдан йыл камиллаштыралар. Ул ҡулланыусы компаниялар һәм экология талаптарына яуап бирергә тейеш. 2001-се йылдан алып Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә газ ҡыуыу өсөн 74 двигатель етештерелгән. Ил буйынса 16 газ ҡыуыу станцияларында тап ошо двигателдәр тора. Йыл аҙағына тиклем предприятиела тағы ла 4 двигатель эшләү ҡарала. Двигатель 25 мең сәғәт эшләгәндән һуң, уны тикшерәләр һәм етешһеҙлектәрен бөтөрәләр. Йәғни, предприятие үҙ продукцияһы өсөн һәр ваҡыт яуаплы.Рәсәй Президенты Оборона предприятиеларына көнкүрештә ҡулланылған продукция сығарыу маҡсатын ҡуйҙы. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә әле дөйөм етештерелгән тауарҙың 10 проценты ғына газ ҡыуыу өсөн двигателдәргә тура килә. 2025-се йылға был һан 50 процентҡа етергә тейеш. Бында электр энергияһын һәм һыу ҡыуыу өсөн двигателдәр эшләргә лә йыйыналар.