Башҡортостанда йәшәүсе Волгоградта үҙенең игеҙәге барлығын асыҡлаған. Уларҙың фамилия, исем, шәрифтәре бер, хатта тыуған көндәре лә тап килә. Тик бындай аҙашлыҡҡа Благовещен ҡалаһында йәшәүсе бер ҙә шат түгел, сөнки ул “игеҙенең” бурыстарын түләргә мәжбүр.Яңы автомобилгә тип банкка һалып барған аҡсаларҙан елдәр иҫкән. Ә Сергей Никитин бурҙы ҡайҙан эҙләргә лә белмәй. Машина алып һөйөнөр урынға ул 90-сы йылда уҡ алған иҫке тимер атын көйләргә мәжбүр.Баҡтиһәң, аҡсалар Волгоград ҡалаһында йәшәгән ҡорҙашының балаһына киткән. Тегеһе алиментын ваҡытынды түләмәгән, ә бөтә бәлә Башҡортостандағы Сергейҙың елкәһенә төшә, хатта ғаиләһендә лә ыҙғыштар булып ала.Ҡатыны алимент һүҙе яҙылған хатты алғанын әле лә тыныс ҡына иҫкә төшөрә алмай. 3 балалы ғаилә бер көндә юҡҡа сыға яҙа. Башта 5-7 меңләп, унан банк иҫәбендәге 80 меңдән елдәр иҫә. Аҡсаны Волжск ҡалаһы приставтары ҡармаҡлағаны асыҡлана. 155 мең һум аҙаш та, ҡорҙаш та, әммә намыҫһыҙ игеҙәгенең бурыстарын ҡаплауға киткән. Суд ҡарарын башҡарыусылар үҙҙәрендә ғәйеп күрмәй.Баҡтиһәң, приставтарҙың эшендә бурыслы урынына аҙаштарының ҡармаҡҡа эләгеү осрағы ғәҙәти күренеш. Был башҡарыу эше буйынса закондарҙың камил булмауына бәйле тиҙәр Башҡортотан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтендә.Сергей Никитинға хәҙер юғалтҡан аҡсаларын ҡайтарыу юлы бер – судҡа мөрәжәғәт итергә, ти юристар. Бюрократик сылбырҙың төп ғәйепселәре – хаталанған банк та, пристав та түгел, ә алиментын ҡайтарып алған ҡатындан таптырырға тура киләсәк.Һуңғы ваҡытта бындай күренештәр ғәҙәтигә әүерелә. Ноябрь айында беҙ Васильевтар тураһында һөйләгәйнек.
Пенсионер аҙашының бурыстары арҡаһында автомобилен һата алмай, сөнки уға арест һалынған, ә йәй көнө Анатолий Кулаев шулай уҡ аҙашы өсөн штрафтар алып аптырағайны. Кеше бурысы өсөн икенселәрҙең яуап биреү проблемаһын әлегә хәл итергә бер кем дә ашыҡмай. Бәлки намыҫһыҙ берәү өсөн ғәйепһеҙҙең аҡса түләүе отошлораҡтыр ҙа. Әммә закон буйынса, приставтың хатаһы өсөн аҡсаны дәүләт ҡаҙнаһынан түләттереү тәртибе лә бар. Быны суд аша ғәмәлдә йышыраҡ ҡулланыу бәлки, закондарҙы тәртипкә килтереүҙә тиҙләтер.