Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин вафат

Тулыраҡ: Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазин вафат

Ул 59 йәшендә беҙҙең аранан китте. Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы үҫеше Әхәт Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын уятты. Уның тауышын танымаған кеше юҡтыр республикала. Әхәт Мортазин 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу алған диктор вазифаһына тиклем күтәрелә. Башҡортостан радиоһының 90 йыллығына бағышланған “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында биргән һуңғы интервьюларының береһендә ул үҙенең эшкә килгән йылдарын һағынып иҫкә алғайны. Уҡытыусы булырға хыялланған егет, үҙе лә һиҙмәҫтән журналистикаға бирелеп китә һәм яҙмышының был юҫыҡҡа алып килеүенә бер ҡасан да үкенмәй. Әхәт Мотаһар улы менән бик күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уны легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, итәғәтле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше тип хәтерләй.“Мине ҡабул итеп, тыңлаусылар бар икән – тимәк мин дә бар” тип әйтә ул “Башҡортостан тауышы” тапшырыуында. Ысынлап та, Әхәт Мортазин эшләгән тапшырыуҙар, ул уҡыған радио һәм телеспектаклдәр эфир тулҡындарында яңғырап торһа, уның яҡты иҫтәлеге радио тыңлаусылар, телевизор ҡараусылар, хеҙмәттәштәренең һәм милләттәштәренең хәтерендә мәңге һаҡланыр.