Бындай тәҡдимде “Йәшелдәр” партияһының төбәк бүлексәһе тәҡдим итә. Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәйәси фирҡәләренең Башҡортостан бүлексәләре етәкселәре менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ халыҡты борсоған мәсьәләләр һәм фирҡә вәкилдәре тәҡдим иткән проекттар тураһында барҙы.Руфина Шиһапова белдереүенсә, “Йәшелдәр” фирҡәһе тәҡдимен бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проект тулыһынса әҙер. Рөстәм Зәки улы идеяға матди һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте. Осрашыуҙа шулай уҡ пенсионерҙар партияһының хаҡлы ялдағылар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу үҙәген булдырыу, хеҙмәт мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең берҙәм фирҡәһенең Өфөлә инвалидтар өсөн эш һәм спорт үҙәген төҙөү тураһында, башҡа эшлекле тәҡдимдәр яңғыраны.
Башҡортостанда быйыл экология фестиваленең ойошторолоуы ихтимал
Тулыраҡ: Башҡортостанда быйыл экология фестиваленең ойошторолоуы ихтимал