Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе

Тулыраҡ: Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика халҡының һорауҙарына телефон аша яуап бирҙе. Тура бәйләнеш сәғәт көндөҙгө өстән дүрткә тиклем дауам итте. Тауыш биреүселәр 18 мартта үтәсәк Рәсәй Президенты һайлауы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә алды. Тәүге шылтыратыу – бюллетендәрҙең башҡорт телендә булыу-булмауы хаҡында ине. Территориаль һайлау коммисияһы ғаризалары нигеҙендә бюллетендәрҙең 71 проценты рус, 12-һе башҡорт, 7 проценты татар телендә баҫылды, тине Хәйҙәр Вәлиев. Тағы ла Рәсәй Президенты һайлауында ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы алыу ваҡыты, тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр тапшырылыу, һайлау участкаларынан йыраҡ йәшәгәндәр өсөн махсус транспорт бирелеүе һәм башҡа һорауҙарға Хәйҙәр Арыҫлан улы тулы яуап ҡайтарҙы. Кемдәр һорауҙарын биреп өлгөрмәгән, 280-95-43 номеры буйынса “ҡыҙыу линия”ға мөрәжәғәт итә ала. Белгестәр көн һайын иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй.