Был турала бөгөн Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Күҙәтеүселәрҙең тәүге төркөмө-Беларусь һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре иртәгә килеп етә. Халыҡ-ара миссия 18 мартта икешәр кешенән торған төркөмдәр менән бер нисә участкала һайлау барышын күҙәтәсәк, унан Территориаль һайлау комиссияларында тауыштарҙы иҫәпләүҙе ҡарай. Ғөмүмән, Башҡортостан һайлауҙарға әҙер. 3 мең 398 һайлау участкаһы һәм 38 ваҡытлыса участка ойошторолған, төбәктә тауыш биреү хоҡуғы булған 3 миллион 43 мең 583 һайлаусы иҫәпләнә. Гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә теләүселәрҙе күберәк йәлеп итер өсөн төрлө саралар ҙа ойоштороласаҡ.
Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк
Тулыраҡ: Рәсәй Президентын һайлау барышында Башҡортостанда ОБСЕ һәм БДБ илдәре күҙәтеүселәре эшләйәсәк