Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан Рәсәй президентын һайлауға әҙер

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда һайлау компаниялары юғары кимәлдә үтә. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Һайлауҙар-властҡа мөнәссәбәт белдереү генә түгел, уның эшмәкәрлегенә баһа биреү мөмкинлеге лә, тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов.