Хәҙер төбәк кардиологтары рентгенһыҙ ғына, яңы аппарат ҡулланып, йөрәктең 3Д моделен төҙөй ала. Был ысул операцияның уңышлы үтеүен тәьмин итә, пациенттар өсөн хәүефһеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә.
Кеше ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, йөрәк тибешенең боҙолоуын һиҙеп ҡала, йөрәк “туҡтап ҡалды” йә, киреһенсә, нығыраҡ типте тибеҙ. Был туҡтауһыҙ үҙгәреп тороуҙар аритмияға килтерә. Республика кардиология үҙәгендә ошо ауырыуҙы дауалау буйынса яңы алым ҡуллана башлағандар. Carto тип исемләнгән ҡоролма үҙәккә яңы ғына ҡайтарылған. Әлеге мәлдә уның ярҙамында тәүге операция бара. Хәҙер кешенең йөрәген ҡулда тотоп торған кеүек бөтә яҡлап та экранда күҙәтергә мөмкин. Һуңғы технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән ҡулайлама йөрәктең 3Д моделен төҙөй. Дауаламаған осраҡта, аяныслы хәлдәргә килтереүсе аритмия кеүек ауырыуҙар менән көрәшергә мөмкин был ҡоролма ярҙамында. 10 минут эсендә йөрәктең өс үлсәүле картаһы төҙөлөп, диагностика эшләнә, тағы ла 40 минутта был карта ярҙамында эске ағзаның патологиялары бөтөрөлә. Тимәк, яҡынса бер сәғәт эсендә пациенттың ғүмере кәм тигәндә тағы ла 25 йылға оҙайтыла. Кеше операция мәлендә аңында, наркоз эшләнмәй. Айырым бер ағзаны ғына “туңдырыу” ҙа етә. Икенсе көнгә үк пациент үҙ аллы йөрөй башлай. Салауаттан килгән Эльвира Мәхмүтова 10 йылдан ашыу тахикардия менән яфаланған. Ул ауыртыуҙар көсәйгәс кенә, кардиологтарға мөрәжәғәт иткән. Табиптар билдәләүенсә, аритмия менән яфаланыусыларҙың һаны арта ғына. Шуға ла республикала бындай ҡоролмаға һорау ҙур. Йыл һайын ошондай диагнозлы 500-ҙән ашыу пациентҡа операция яһала һәм был һанды меңгә тиклем еткерәсәкбеҙ, ти үҙәк белгестәре.