Әхәт Мортазин ысын мәғәнәһендә Башҡортостан тауышы булды. Легендар дикторыбыҙ һәр йорттоң һәм ғаиләнең ағзаһы ине. Бөгөн иртән республика Левитаны менән хушлашырға уның менән шәхсән таныш булмаған кешеләр ҙә килде. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын уятты. Әхәт Мортазин 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу алған диктор вазифаһына тиклем күтәрелә. Әхәт Мотаһар улы менән бик күп йылдар бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уны легендар диктор ғына түгел, ә яҡын дуҫ, итәғәтле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше тип хәтерләй. Әхәт Мортазин Өфөлә мосолман зыяратында ерләнде.
Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазинды һуңғы юлға оҙатты
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың Халыҡ артисы Әхәт Мортазинды һуңғы юлға оҙатты