Юлдар төҙөлөшөнә айырым иғтибар

Тулыраҡ: Юлдар төҙөлөшөнә айырым иғтибар

Башҡортостанда федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге юлдар төҙөлөшөнә ҙур иғтибар бүленә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов М-7 трассаһы төҙөлөшө менән танышты. Бында проект ҡарарҙары үҙгәреү сәбәпле эш күләме артҡан һәм төҙөлөштөң хаҡы ҡиммәтләнгән. Юл Татарстан сиге менән Өфөнө бәйләй. Башҡортостан башлығы республика федераль трассаны төҙөүҙә ярҙам күрһәтәсәк, тин.е Рөстәм Хәмитов М-5 һәм Стәрлетамаҡ-Ырымбур федераль трассаларын да тиҙерәк ремонтлау бурысын ҡуйҙы.