Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Тулыраҡ: Тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш

Белорет металлургия комбинатында яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер предприятиенан ағыҙылған бысраҡ һыу күләме һигеҙ тапҡырға кәмегән. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов комбинаттың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Венер Ғаззалов Белорет металлургия комбинатының тимер сымдар етештереү цехында ун йыллап эшләй. Элек бында хеҙмәткәрҙәр ҡорос сымдарҙың тутығын кислота менән таҙарҡан. Файҙаланыуға тапшырылған яңы ҡоролма хәҙер көйөктө үҙаллы таҙарта.Белорет металлургия комбинатында экология мәсьәләһенә етди иҡтибар бирелә. Шуға ла 2015 йылда кислота ҡулланыуҙы сикләп яңы технологияға күсергә ҡарар ителә.Комбинатта яңы ҡоролманың сафҡа инеүе экология мәсьәләһен тулыһынса хәл итә.Яңы ҡоролман сафҡа индереү өсөн 200 миллион һум аҡса бүленгән. Был ҡоролманы булдырыу өсөн яҡынса ике йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Хәҙер иһә эшселәр үҙҙәренең һаулығына зыян килтермәй, тирә-яҡ мөхиткә лә зарар тыуҙырмай. Комбинатта ла эш күпкә тиҙерәк башҡарыласаҡ.Белорет металлургия комбинатында бысраҡ һыу ағыҙыу күләме һигеҙ тапҡырға кәмегән. Экологияға ғына түгел, ә урындағы халыҡ өсөн ҡоролма ҙур файҙа килтерә.