Республика парламенты Башҡортостан хөкүмәтенең 2017 йылдағы эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы сираттағы пленар ултырыштың көн тәртибен раҫланы. Уға ярашлы депутаттар республикала кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил отчетын да тыңлаясаҡ. Көн тәртибенә сығарылған тағы ла бер мөһим мәсьәлә Башҡортостандың 2018 йылғы бюджеты тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү. Ҡоролтай рәйес Константин Толкачев белдереүенсә, үҙгәрештәр өҫтәмә килемде күҙ уңында тотмай, ә сығымдарҙы ҡайтанан ҡарауға бәйле. Парламенттың киләһе ултырышы 22 мартта үтәсәк.
Иң аҙ эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард һум
Тулыраҡ: Иң аҙ эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард һум