Рәсәй президентын һайлауҙа республика халҡы, ысынлап та, ҙур әүҙемлек күрһәтте. Ил етәксеһен һайлау сәйәси тормоштағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Йәмғиәт өсөн үтә лә етди һынау. Башҡортостанда йәшәүселәр быны аңлап ҡабул итте. Ауылдарҙағы халыҡтың байтаҡ өлөшө төшкә тиклем гражданлыҡ бурысын үтәгәйне.
Ҡаланан айырмалы ауылдарҙа халыҡ берҙәм тауыш биреү көнөн байрам кеүек көтөп ала. Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылында урынлашҡан 1736-сы участкала тауыш биреүселәрҙе дәртле көйҙәргә бейетеп, йылы сәй, аш-һыуҙар менән һыйланылар. Участкаға инеүселәрҙең дә кәйефтәре күтәренке ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы комиссия ағзаларын, бер-береһен байрам менән ҡотланы. Көн яртыһында тауыш биреүселәрҙең яртыһынан күберәге гражданлыҡ бурысын үтәгәйне лә инде. Улар рәтен быйыл Ҡыҙрас ауыл биләмәһендә 18 йәше тулған тағы ла 9 егет һәм ҡыҙ тулыландарҙы. Тәүге тапҡыр тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ил президентын һайлау һәр кемдең гражданлыҡ бурысы. Тауыш биреү хоҡуғы булған һәр гражданин ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, ҡалала, ауылда, ялда, йәки эштә – ул үҙенең киләсәген билдәләүгә үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
Ауылдарында һайлау участкалары булмаған тауыш биреүселәр өсөн махсус транспорт ойошторолған. Ә төрлө сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаларына килә алмағандарға комиссия ағзалары үҙҙәре йорттарына барҙы. 87 йәшлек ағинәй Ғәйшә Әкимбәтова Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә иткән иткән һигеҙ кандидаттың да барлыҡ дебаттарын тыңлап, күңелемә ятҡанын һайланым, ти.Дөйөм алғанда, Дәүләкән районында 31 меңгә яҡын тауыш биреүсе теркәлгән. Улар өсөн 44 һайлау участкаһы эшләне. Дүртәүһендә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары урынлаштырылған, тауыш биреүселәрҙең хәүефһеҙлеге лә тәьмин ителде.
Халыҡтың әүҙемлеге, күңел күтәренкелеге менән бер рәттән һайлауҙарҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлау – ил яҙмышын хәл иткән ваҡиғаға етди ҡарашын күрһәтә. Сөнки һәр кем аңлай: президент һайлау — ил киләсәген һайлау.