Үҙәк һайлау комиссияһы әлегә протоколдарҙың 99 процентын эшкәрткән. Һайлаусыларҙың яҡынса 77 проценты илебеҙҙең ғәмәлдәге етәксеһе Владимир Путин өсөн тауыш биргән.
Политологтар билдәләүенсә, был үҙенсәлекле рекорд. Сөнки йылдан-йыл Владимир Путин сәйәсәтен хуплаусылар күбәйә. 2000 йылда Владимир Путин кандидатураһын 40 миллионға яҡын кеше хуплаһа, 2004 йылда был һан 49 миллиондан артты, 2012 йылда 45 миллион 600 меңгә етте. Владимир Путин бөгөн үҙенең һайлау алды штабына килеп, уның өсөн тауыш биреүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Ул шулай уҡ алда торған бурыстарға ла туҡталды.