Рөстәм Хәмитов һайлау һөҙөмтәләренә баһа бирҙе

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов һайлау һөҙөмтәләренә баһа бирҙе

Башҡортостанда һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән һәм халыҡтын власҡа ышанысын дәлилләп үтте. Республикала тауыш биреү йомғаҡтарына дәғүә белдерергә сәбәп юҡ. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Президент һайлауы һөҙөмтәләренә баһа бирҙе.Республика граждандарының 75 проценты үҙенең һайлаусы хоҡуғын файҙаланып һайлау участкаларына барҙы һәм ил Президенты өсөн тауыш бирҙе, тине Рөстәм Зөки улы. Төбәк башлығы фекеренсә, ҡала-ауылдарҙағы халыҡтың һайлау участкаларына әүҙем килеүе власть органдарының һәр кимәленең, сәйәси партиялар һәм йәмәғәтселектең берҙәм һәм файҙалы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Һайлау йомғаҡтары кешеләрҙең етәкселеккә ышанысын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә властың халыҡ алдындағы яуаплылығын көсәйтә, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.