Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Сүриә президенты Башар Асад үҙ автомобилендә Көнсығыш Гутаға барған. Гуманитар коридорҙар асыу менән меңләгән кеше һуғыш биләмәһенән сығып китергә тырыша. Асад хәрбиҙәр менән осрашып тоғро хеҙмәт өсөн уларға рәхмәт белдергән.
  • “Убер” компанияһын водителһеҙ машинаһы 49 йәшлек ҡатынды төкәткән. Был пилотһыҙ автомобиль ҡатнашлығында тәүге үлемесле осраҡ. Шул сәбәпле компания водителһеҙ машиналарҙы файҙаланыуҙы ваҡытлыса тыйырға ҡарар иткән.
  • Канаданың дю Солей циркы гимнаст үлгәндән һуң Америкала сығыш яһамаҫҡа булған. 38 йәшлек Ян Арно бейеклектән аренаға ҡолаған, дауаханала вафат булған. Цирк етәкселеге Арноны тәжрибәле акробат тип атаған. Цирк тарихында был өсөнсө үлемесле осраҡ.