Ашҡаҙан язваһына килтергән бактерияны йоҡтороу-йоҡтормау тураһындағы мәғлүмәттәҙе хәҙер 9 минут эсендә асыҡларға мөмкин. Экспресс-тест приборын Өфө дәүләт авиация техник университеты магистранты һәм уның хеҙмәттәштәре Рәсәйҙең “Умник” программаһы гранты аҡсаһына камиллаштыра. Әлегә тиклем ашҡаҙандағы сей яраны асыҡлар өсөн лаборатор анализдар һәм күҙәнәкте медицина ҡоралдары ярҙамында алып тикшереү киң ҡулланыла. Өфө ғалимдары иһә сиргә килтергән зарарлы бактерияны яңы ысул менән асыҡлау юлын тапҡан.Ҡоролма үпкәнән сыҡҡан һулыштағы аммиакты табып йомғаҡ яһай. “Хеликобактер пилори күҙәнәктәрен тәнгә тәьҫир итмәйенсә таныу системаһы” проекты 2016 йылда “Умник” программаһы грантына лайыҡ булған. Грант аҡсаһына йәш ғалимдар приборҙың макетын ҡорған. Киләһе ике йылда уны камиллаштырыу ҡарала. Йыйылма өлөштәрҙе башҡаса төҙөп экспресс-тесты тотоноуҙы ябайлаштырырға, уның уңайлы күсмә өлгөһөн булдырырға иҫәп тотола. Үлсәме бәләкәй ҡоролманың хаҡы ла түбән буласаҡ.Әле йәш ғалимдар ҡоролманың кесе өлгөһө өҫтөндә эшләй. Шул маҡсатта уның элементтар базаһы туплана. Проект авторының маҡсаты – экспресс-тестың киләсәктә көнкүрештә ҡулланыш табырлыҡ ябай һәм уңайлы булыуы.
«Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы
Тулыраҡ: «Умник» программаһында ҡатнашыусылар уңышы