Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект

Тулыраҡ: Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект

Межгорье ҡалаһында төҙөкләндерелгән универсаль спорт комплексы асылды. Унда бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше спорт менән шөғөлләнә ала. Һәр сәләмәт тормош алып барыусыға бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Алексей Юрьевич мәктәп уҡыусыларына теннис уйнау нескәлектәренә өйрәтә. Хәҙер балалар уҡыуҙан һуң ваҡытын тик спортҡа бағышлай. Спорт комплексы улар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Бинаға күптән капиталь ремонт талап ителгән. Спорт залдарында шөғөлләнеү мөмкинлектәре булмағас, урындағы халыҡ ярҙам һорап Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итә. Ә хәҙер иһә физкультура-һауыҡтырыу комплексы икенсе төҫ алған. Яңы залдарҙа уҡыусылар волейбол, баскетбол, футбол уйнай, көрәшселәр тренажер залында шөғөлләнә ала. Яңыса төҙөкләндерелгән физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөгән уҡыусылар теләгән спорт төрөндә ныҡышмал шөғөлләнеп, республика һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алыу теләге менән яна. Сөнки хәҙер улар өсөн бөтә юлдар асыҡ. Тик теләк кенә булһын.Физкультура-һауыҡтырыу комплексында бер көндә алты йөҙҙән ашыу кеше шөғөлләнә ала. Шулай уҡ бина янында ла спорт һөйөүселәр өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау һәм спорт менән шөғөлләнеү маҡсаты менән яңыртылған был комплексҡа яҡынса 109 миллион һум аҡса бүленгән. Балаларҙың көн дә бергә йыйылып футбол, волейбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе уларҙы тик берләштерә һәм сәләмәт тормошҡа илтә.