Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай

Тулыраҡ: Милли әҙиптәребеҙҙең тере шишмәләре ҡоромай

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына арнап яттан шиғыр һөйләү бәйгеһен ойошторҙо. Унда тәүге тапҡыр уҡытыусылар менән бергә уҡыусылар ҙа ҡатнашты.Бындай саралар милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, ихтирам тәрбиәләй. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән төптән таныштыра, уларҙың тарихи әһәмиәтен таныта. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева шиғырҙарын уҡыу бәйгеһен институт әҙибәнең исемендәге фонд, республиканың уҡытыусылар өсөн махсус баҫмаһы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы менән берлектә ойошторҙо. Баһалама ағзалары – республикала билдәле әҙиптәр, бәйгеселәрҙең әҙерлеген генә түгел, ойоштороусыларҙың да тырышлығын юғары баһалай.