«Ломая барьеры» социаль технологиялар үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әле улар насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән балалар өсөн бүләк әҙерләй. Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны. Һәр әйбергә ҡағылып уның формаһын күҙ алдына килтерә, уның матурлығы тураһында мәғлүмәт ала.Үҙҙәренең мәктәбе өсөн махсус әҙерләнгән тактиль таҡтаны Софья менән Артемий беренселәрҙән булып тотоп ҡарай һәм уның бер аҙ өлөшөн йәбештереүҙә лә ҡатнаша.Социаль технологиялар үҙәге тактиль стена әҙерләү буйынса проектты краудфандинг ярҙамында тормошҡа ашыра.Таҡталарҙы биҙәүҙә төрлө йәштәге волонтерҙар ярҙам итә. Уларға ҡарата төп талап – эште юғары сифатта башҡарыу.Һәр төймәгә, һәр түңәрәк һәм шаҡмаҡ быялаға күҙ нурҙары, күңел, ҡул йылыһы һалынған.Таҡта балаларға ла, әсәләргә лә оҡшай. Һуңғыларын уның файҙалы булыуы һөйөндөрә.Һәр бала таҡтаның биҙәлешен үҙенсә тоя. Проекттың дизайнеры уларҙа тап ошондай тойғоларҙы тыуҙырыу идеяһы менән башлай эште.Таҡтаның алты өлөшө лә биҙәлеп бөткәс, яһалма ҡала паркы барлыҡҡа киләсәк. Әлеге ваҡытта волонтерҙар һуңғы өлөштө башларға йыйына. Унда ошондай ағас фигуралар ҙа йәбештереләсәк. Эш бер ҡаршылыҡһыҙ барған хәлдә тактиль таҡта яҡынса март аҙағы, апрель башында Өфөнөң 28-се коррекцион мәктәп-интернаты залында урынлаштырыласаҡ.
Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны
Тулыраҡ: Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны