Күп ҡатлы йорттар башында һеҙҙе үлемесле боҙбармаҡтар һағалай. Йыл һайын Рәсәйҙә ошо сәбәпле тиҫтәләгән кешенең ғүмере ҡыйыла. Әллә күпме автомобиль зыян күрә. Күп осраҡта быға торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың ҡыйыҡтарҙы ваҡытында таҙартмауы сәбәпсе. Быйыл Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын таҙартыу эштәре алдан башланды. Көндәр йылыныу менән Өфөнөң коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын боҙҙан таҙарта башланы. Былтыр баш ҡалала боҙбармаҡ аҫтында ҡалып тиҫтәләгән кеше йәрәхәттәр алғайны. Әле махсус бригадалар дауахана, мәктәп, йорт ҡыйыҡтарын боҙҙан әрсей. Былтыр Минһажев урамындағы 127-се йорттың ҡыйығынан боҙбармаҡ төшөп ... йәшлек ҡатын тән йәрәхәттәре алғайны. Әле лә был урамдағы йорттар ҡыйығынан боҙ һәм ҡар ҡатламдары төшә. Тик Минһажев урамындағы был йорт өсөн яуаплы 51 торлаҡ коммуналь идаралығы бөтә йорттар ҡыйыҡтары таҙартыла, тип ышандыра.Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы сәбәпле республика ҡалаларында боҙбармаҡтарға бәйле хәл киҫкен ҡала. Шуға ла махсус хеҙмәттәр күп ҡатлы йорттар янынан үткәндә ябай ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа ҡәңәш итә. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика ла көндәр йылынып ҡар ҡатыш ямғырҙар яуа башлаясаҡ. Ә был иһә боҙбармаҡтар барлыҡҡа килеүгә тәү шарт. Шуға ла күп ҡатлы йорттар янынан үткәндә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк.
Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ
Тулыраҡ: Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ