Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда үтә лә уяу булырға саҡыра. Белорет районының Инйәр ауылы янындағы быуала балыҡ тотоп ултырған 44 йәшлек ир боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса тикшереү эшен башланы. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Белгестәр яҙғы боҙҙоң хәүефле булыуын хаҡында иҫкәртә һәм һаҡ булырға саҡыра.
Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған
Тулыраҡ: Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған