Ошо уңайҙан йыл һайын тотош Рәсәйҙә тантаналар, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә.1906 йылда император Николай Икенсе фарманы менән илдә хәрби диңгеҙ флотында яңы төр хәрби караптар – һыу аҫты кәмәләре барлыҡҡа килә. Ошо көндән алып илдә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр һөнәри байрамын билдәләй башлай. Быйыл да запастағы хәрбиҙәр, һуғыш ветерандары һәм уҡыусылар мемориалдарға сәскәләр һалды.
Өфөлә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең байрамы билдәләнде
Тулыраҡ: Өфөлә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең байрамы билдәләнде