Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итте

Тулыраҡ: Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итте

Алданған өлөшсөләрҙе яҡлау буйынса яңы алымдар, уларҙы закон нигеҙендә нығытыу һәм торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү. Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға килгән граждандар ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса үтенестәрен белдерҙе. Республика башлығы исеменә йылына меңәрләгән кеше мөрәжәт итә. 2018 йылдың тәүге сирегендә генә 2 мең ярым хат ҡабул ителгән. Үтенестәрҙең киң күләмле мәьсәләләргә ҡағылғанын белдереүселәрҙе Рөстәм Хәмитов шәхси осрашыуға саҡыра. Әлеге көндә республикала мең ярым кеше алданған өлөшсө булараҡ рәсми исемлектә теркәлгән. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итер өсөн 15 миллиард һум тирәһе аҡса кәрәк. Республика башлығы ошондай күңелһеҙ хәлгә тарыған кешеләр мәнфәғәттәрен яҡлау ойошмалары вәкилдәрен һәр объект буйынса айырым план бар, тип ышандырҙы. Төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ мәсьәләһен 2020 йылға тиклем хәл итеү өмөтө барлығын белдерҙе. Ә бына Бөрө ҡалаһынан килгән өс бала әсәһе, уҡытыусы Вера Цирульникованы ҡалала перинаталь үҙәк төҙөү мәсьәләһе борсой. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән бала табыу йорто иҫкергән, заман талаптарына яуап бирмәй. Әлеге ваҡытта ул ҡала ғына түгел, тирә-яҡта урынлашҡан ауылдарҙа йәшәгән буласаҡ әсәләрҙе лә ҡабул итә. Дельтоплан спорты буйынса туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Рәсәй дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Азат Мәсәлимов балаларҙы заман гаджеттарынан арындырып осоусы һөнәренә ҡыҙыҡһындырыу ысулын тәҡдим итә. Башҡортостанда ул һөнәри әҙерлек алып барған күсмә авиация-инженер мәктәбен асыу ниәте менән республика башлығына мөрәжәғәт иткән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Руслан Кәримов республикала Геймдизайн һәм виртуаль ысынбарлыҡ йүнәлеше буйынса магистратура асыу идеяһын бойомға ашырырға теләй. Рөстәм Хәмитовты ул “Электрон уйын мәктәбе” проекты менән Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында ҡыҙыҡһындырған. Өфө районында бәшмәкселек менән шөғөлләнгән йүнселдәр ғаиләһе төбәк етәксеһенә мөрәжәтендә Башҡортостада ауыл хужалығының был тармағының бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалыуын белдергән. Сергеевтар бәшмәкселекте үҫтереү программаһын төҙөп эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙе үтенә. Рөстәм Зәки улы үҙенсәлекле тәҡдимдәрҙе тыңлап, киләсәктә уларҙы ентекләп тикшерергә һәм ыңғай хәл итеү юлын табырға вәғәҙә итте.