Йәшәү тәме

Тулыраҡ: Йәшәү тәме

Иртәгә, „Хәйерле иртә, Республика„ тапшырыуы алып барыусылары Гүзәл Ишкинина һәм Рәсүл Ҡарабулатов һеҙҙе ЙӘШӘҮ ТӘМЕ тип исемләнгән әңгәмәгә саҡыра. Йыш ҡына йәшәү менән үлем араһында көрәшеп, ауырлыҡ-михнәттәрҙе йыллап, айлап түгел, көнләп, сәғәт-минутлап еңә барған, еңеп кенә ҡалмай, йәшәү өсөн көс, тормош мәғәнәһе тапҡан кешеләргә ҡарап үҙең өсөн дә ниндәйҙер фәһем алаһың. Физик мөмкинлектең сикләнеүе мөмкинлектәр сикләнеүҙе аңлатмай, ти тапшырыу геройҙары. Йәнле һөйләшеүҙә һеҙҙең дә уй-фекерҙәрегеҙ урынлы булыр.