Волейболға ҡыҙыҡһыныуҙы нисек арттырырға?

Тулыраҡ: Волейболға ҡыҙыҡһыныуҙы нисек арттырырға?

"Урал” волейбол командаһы плей-оффҡа эләкмәне, әммә суперлигала үҙ урынын һаҡлап ҡалды. Киләһе миҙгелдә команданы көсәйтеү менән бер рәттән көйәрмәндәрҙең дә волейболға ҡыҙыҡһыныуын арттырырға кәрәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың команда баш тренеры менән осрашыуында һүҙ Урал клубының киләсәге хаҡында барҙы. Төбәк етәксеһе команда өмөттәрҙе тулыһынса аҡлай алманы, әммә киләһе миҙгелдә яҡшы һөҙөмтәләр булыр, тигән ышаныс белдерҙе. Яҡтар көйәрмәндәрҙең матчтарға йөрөү мәсьәләһенә лә ҡағылды. Хәбәрселәргә интервьюһы барышында Даниэле Баньоли уйындарға халыҡтың килеүе уйын һөҙөмтәләренә бәйле тине.