Күкрәк тултырып бер тын алыр инем

Тулыраҡ: Күкрәк тултырып бер тын алыр инем

Бүздәк районы Восточная ауылында йәшәүселәр һулар һауанан мәхрүм. Быға йорттар янында асылған предприятие сәбәпсе. Торбаларҙы нефть ҡалдыҡтарынан таҙартыусы ойошма менән күршеләш йәшәүҙән халыҡ тамам биҙгән. 3 йәшлек Богданға бөгөн дә саф һауала йөрөү бәхете теймәй. Сабыйҙарҙы ололар көнө буйы бинала бикләп тоторға мәжбүр.Социаль учреждениеның киләсәге лә хәҙер һорау аҫтында, сөнки ата-әсәләр балаларын ағыуландырырға теләмәй. Балаларҙы бинала бикләп тоторға мәжбүр иткән предприятие мәктәпкәсә учрежениенан 30-40 метрҙа ғына урынлашҡан, ә закон буйынса 3 класс хәүефкә ҡараған сәнәғәт объекты 300 метрҙан да яҡын булмаҫҡа тейеш.

Ауылды баҫып алған ҡырҡыу еҫте камера аша еткереп булмай, әммә хәбәрселәр килгәнен белеп халыҡтың тиҙ арала йыйылыуы проблеманың киҫкен булыуына үҙе үк дәлил. Мини завод эшләй башлағаны бирле балалар һәм оло йәштәгеләр араһында сирләүселәр бермә артҡан. Ауылдашының бындай кәсебе менән риза булмаған халыҡ башта предприятиены ситкәрәк күсереүҙе һорай. Әммә һөҙөмтә шул уҡ – ауыл өҫтөнән көн да ҡара төтөн тарала. Тонсоғоп йәшәүҙән тамам биҙгән халыҡ бер аҙна элек ауыл һәм район хакимиәтенә ялыу яҙа. Бизнесмен сара күрер урынға ҡултамға ҡуйыусыларҙы ҡурҡытырға тотондо, ти ауылда йәшәүселәр. Беҙҙең ижади төркөмдө, әлбиттә, предприятиеның ябыҡ ҡапҡалары ғына ҡаршыланы. Ауыл активистары төрлө инстанция ишектәрен ҡағып та бер ниндәй һөҙөмтәгә ирешә алмай. Бюрократик сылбырҙа предприятиеның эшләүендә ҡыҙыҡһынған кешеләр бар, тигән фекерҙә улар. Мөрәжәғәттәр бөтөнләй үк һөҙөмтәһеҙ түгел, мәҫәлән йәй экологтар һауа өлгөләрен алып унда зарарлы матдәләрҙең норманан юғары булыуын асыҡлаған, хатта отчет та яҙып биргән. Тик ҡағыҙҙа яҙылған менән халыҡтың һулағаны яҡшырмай. Уларҙы ғәҙеллек еңер тигән өмөт йәшәтә һәм бер мәл күкрәп тултырып тын алырына ышана халыҡ.