Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • “Уралвагонзавод” та “Терминатор-2” хәрби машинаһы эшләнгән. Рәсәй оборона министрлығының махсус заказы буйынса ул күпләп етештереләсәк.
  • Францияның элекке президенты Николя Саркозиға 2007 йылда уның һайлау алды кампанияһын законһыҙ иғәнәләү тураһында ғәйепләү белдерелгән. Коррупция менән көрәш идаралығында 26 сәғәт дауам иткән әңгәмәнән һуң ул йортона ҡайтҡан. Саркозиға ҡарата ниндәй саралар күрелере әлегә билдәле түгел.
  • Еврокомиссия эре интернет компанияларға өҫтәмә һалым һалырға ниәтләй. Улар үҙ килеменең 3 процентын дәүләт ҡаҙнаһына күсерергә тейеш. Европа берлегендә йыллыҡ аҡса әйләнеше кәм тигәндә 750 миллион евро булған 120 компанияның һалым түләй башлауы ихтимал.
  • Екатеринбургтан механик һәм водитель Александр Маляр боҙ өҫтөндә трактор менән шыуғанда кабинанан сыҡҡан. Бындай трюкты ул эшенең үҙенсәлеге менән аңлата. Александр 10 йылдан ашыу трактор йөрөтә.