Ҡурсаҡсы көнө

Тулыраҡ: Ҡурсаҡсы көнө

21-се быуат башында барлыҡҡа килгән өр-яңы байрамдар араһында ҡурсаҡсы көнө киң танылыу ала. Халыҡ-ара УНИТА берләшмәһе Конгресы уны 2003-сө йылда иғлан итеп, был көндө ҡурсаҡ театрҙарын данлау йолаһына нигеҙ һалырға ниәтләгән. Ижад кешеләре бар донъяла был тәҡдимде ихлас ҡабул итә. Ҡурсаҡсы байрамын был һөнәр эйәләре генә түгел, ә ҡурсаҡ сәнғәтен һөйөүсе һәр кем киң билдәләй ала. Уларҙың һәммәһен күргәҙмә, тамаша, ижади осрашыуҙар берләштерә.