"Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе

Тулыраҡ: "Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе

Уның алып барыусыһы Фәтих Муллахмәтов “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин менән әңгәмәләште. Улар оҙаҡламай үҙҙәренең ҙур концертын ойоштора. “Ватан Лайф”та һөйләшеү ошо сара һәм ғөмүмән рок төркөмөнөң ижады тураһында барҙы. Ватан интернет радиоһындағы тура эфир башланыуға бер-нисә минут ҡала. Фатих Муллахмәтов һуңғы әҙерлек эштәре менән булыша.Уның тәүге ҡунағы "Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин. Уның ижадын һөйөүселәр тура эфир аша күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да еткерә алды."Ватан"дың тәүге ҡунағы үҙе менән радиотыңлаусыларға күстәнәс тә алып килгәйне. Иң ҡыҙыҡлы һорау еткереүселәргә оҙаҡламай "Өфө уттары" комплексында үтәсәк "Бүреләр" төркөмөнөң концертына саҡырыу ҡағыҙы һәм диск тапшырҙы. Эфир киске сәғәт туғыҙҙан уңға тиклем тиклем дауам итте. Бер сәғәт эсендә тиҫтәләгән һорау килде. Радиоэфир булһа ла, Ватан102.соm һәм бәйләнештә социаль селтәрендәге төркөмдәрҙә лә эфирҙың видеоварианты ҡарап, һорауҙарҙы еткереү мөмкинлеге булды. Был “Ватан Лайф” тапшырыуының тәүге сығарылышы булһа ла, эфирҙы 5 меңгә яҡын кеше тыңланы һәм ҡараны. Әйткәндәй, "Ватан" интернет радиоһын донъяның теләһәң ниндәй нөктәһенән дә тыңларға мөмкин. Сөнки ул хәҙер “Радио Гарден” ресурсына ингән. Ә инде “Ватан лайф” программаһы һәр аҙна һайын шишәмбе һәм йома киске сәғәт туғыҙҙа тура эфирға сығасаҡ. Унда башҡорт сәнғәте әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм башҡа билдәле шәхестәр менән осрашыу көтөлә.