Бөгөн метеорологтар көнө

Тулыраҡ: Бөгөн метеорологтар көнө

Бөгөн Өфөлә һалҡын. Ел көнъяҡ-көнсығыштан, талғын. Ҡар яуа. Был һауа торошоноң һәр кем күҙенә салыныр өлөшө генә. Көндәрҙең ниндәй булырын алдан әйтеүсе метеорологтар бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Һауа торошон белер өсөн бөгөн Интернетты асыу ҙа етә. Урамға сығып термометр, тәҙрәгә бағып яуым-төшөм барлығын ҡарау тарихта ғына ҡалып бара. Һауа торошона ҡағылған халыҡ һынамыштары иһә бөтөнләй онотолған. Һауа торошон күҙаллауҙың белгес хеҙмәте төбәктә ун һигеҙенсе быуат аҙаҡтарында барлыҡҡа килгән.

Бөгөн Башҡортостандың гидрометеорология ойошмаһы тиҫтәләгән хеҙмәткәрҙе берләштерә. Һәм һауа шарттарын алдан белеп эш итергә мәжбүр тармаҡтарҙы аныҡ мәғлүмәттәр менән тәьмин итә. Яҡын тәүлектәрҙә Өфөнө ҡар баҫа, шул уҡ ваҡытта тышта һиҙелерлек йылыта. Был һынамыш түгел, ә белгес фаразы. Буласаҡ һауа торошон күҙаллар өсөн ошо майҙанда урылашҡан үҙенсәлекле ҡоролмалар ярҙамында метеорологтар тәүлек әйләнәһенә тикшереүҙәр алып бара. Тәүлек дежурға баҫҡан метеорологтың көнө күҙәтеүҙәрҙән башлана. Ҡар йә ямғыр, ел көсө менән йүнәлешен күҙ ҡарамағына асыҡлап булһа, һауа температураһы, дымлылыҡ, психометрик күрһәтмәләрҙе тик приборҙар бирә. Метеоролог өс сәғәт һайын уларға байҡау яһап һандарҙы мәғлүмәт үҙәгенә тапшырып тора. Тәүлегенә ике тапҡыр метеостанциянан радиозонд осорола. Ул махсус приборҙарҙы болоттарҙан юғары 30 километрға тиклем еткерә ала һәм атмосфера күренештәренең шул ҡатламдағы үҙгәрештәре тураһынд хәбәр итә. Любовь Анатольевна һауа торошон күҙәтеү хеҙмәтендә 30 йылға яҡын. Беҙҙең эштең үҙ биҙәктәре менән үҙ ҡатмарлыҡтары ла бар, ти.Фараздарҙың тап килмәүе тураһындағы көләмәстәргә метеорологтар үпкәләмәй. Иң камил иҫәпләүҙәр ҙә һауа торошон мотлаҡ раҫламай.

Күренекле ғалим Михаил Ломоносов бер нисә быуат элек “Әгәр ҙә һауа торошон алдан белергә өйрәнһә, кешелеккә Аллаһынан бер ни талап итергә тура килмәҫ ине”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән.