Башҡортостанда үлем осраҡтарының 41 проценты ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарына, 13 проценты яман шешкә тура килә. Әммә һуңғы йылдарҙа халыҡ онкология ауырыуҙарынан йышыраҡ һәләк була башлаған. Заманса ысулдар яман шеш менән яфаланған балаларҙың 80 процентын дауаларға мөмкинлек бирә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән Лиана Гәрәеваға һөйәктәге яман шеш диагнозын бер йыл элек ҡуялар. Тик томалға ҡыҙҙың һул яҡ аяғы сатанлай башлауы ата-әсәне хафаға һала. Бер йыл дауамында илдең төрлө дауаханаларында тикшерелеү, әллә нисә операция кисергәндән һуң ғына ҡыҙ яйлап аяҡҡа баҫа башлай. Ҡатмарлы операциялар, химия терапияһы – барыһы ла артта ҡалды, ти ул. Хәҙер иһә Лиана дауаханаға тикшерелергә генә йөрөй. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2015 йылда дауаханаға беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткән 116 балаға яман шеш диагнозы ҡуйыла. 14 йәшкәсә үҫмерҙәрҙең – 64 проценты лейкоз һәм мейе яман шешенән зыян күрә. Уларҙың 9 проценты – 4-се, 11 проценты-3-сө, 15 проценты 1 һәм 2 стадияла теркәлә.15 йәштән 17 йәшкәсә үҫмерҙәрҙең яҡынса 63 процентына лейкоз һәм мейе яман шеше диагнозы ҡуйыла. Уларҙың 17 проценты – 1-2 стадия, 10 проценты-3 стадия, 8 проценты – 4 стадияла табипҡа мөрәжәғәт итә.
Балалар яман шеше бик көслө һәм өлкәндәрҙекенә ҡарағанда организм буйлап тиҙерәк тарала, шул уҡ ваҡытта сирҙе күп осраҡта химиятерапия ярҙамында еңергә мөмкин, ти табиптар.30 йыл элек бындай сир менән яфаланған балаларҙың 10 проценты ғына иҫән ҡала ине, хәҙер иһә заманса комплекслы һәм ҡатнаш дауалау ярҙамында күп балалар һауыға ,ти табиптар. Республикала йыл һайын яҡынса 130 балаға яман шеш диагнозы ҡуйыла. Ваҡытында диагностикалағанда уларҙың 80 процентын дауаларға мөмкин, ти белгестәр.