Ул билдәле балетмейстер Рудолф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнала. Бәләкәй Рудольф Ағиҙелдең иң ҡалҡыу ярына ултырып, Өфөнән сыҡҡан поездарҙы күҙәтергә яратҡан. Сәйәхәткә сығып китеү тураһында гел генә хыялланған ул. Мәскәү-Владивосток поезында донъяға килгәнгәлер, бәлки, тормошо ла малайҙың туҡтауһыҙ бер хәрәкәтте күҙ алдына килтерә. Атаһы — хәҙерге Өфө районы Әсән ауылынан Хәмит Нуриев, ысын фамилияһы Фаҙлыев. Әсәһе Ҡазан ҡыҙы – Фәриҙә. Рудольф бәләкәй сағынан бейеүсе булыу тураһында хыяллана һәм атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан бейеү менән шөғөлләнә башлай.
Ленинградҡа Ваганов балет мәктәбенә уҡырға йүнәлтелә. Уны тамамлағандан һуң Киров исемендәге балет театры солисы итеп эшкә алына.1961 йылдың июнендә илдең иң яҡшы артисы, Рудольф Хәмит улы сит ил гастролдәре ваҡытында Мәскәүгә ҡайтыуҙан баш тарта һәм Парижда ҡала. Был хәл оло ғауға тыуҙыра. 23 йәшлек эмигрант тыуған илен һатыуҙа ғәйепләнә. Советтар Союзына ҡайтҡан хәлдә уға 7 йылға иркенән мәхрүм итеү янай. Рудольф Нуриев Маркис де Куэваса балет театрында эшләй башлай.Күп тә үтмәй Лондондың Королдәр балетына солист итеп саҡырыла. Инглиз балеринаһы Марго Фонтейн менән бейей. Бөтә донъя буйлап гастролдәргә сығалар. Рудольф Нуриев балет сәхнәһендәге иң сағыу йондоҙ булып балҡый. Алһыҙ-ялһыҙ эшләй ул. Бер йыл эсендә 300-ләп спектаклдәрҙә ҡатнаша. Тамашасылар уның сығыштарын көтөп ала. Хатта бер сығышынан һуң 89 тапҡыр ҡат-ҡат сәхнәгә саҡырып сығаралар уны. Был күрһәткес Гиннестың рекордтар китабында теркәлгән.Рудольф Нуриевты СССР-ҙа оноторға теләйҙәр, әммә яҡташыбыҙҙа илһөйәрлек тойғоһо шул тиклем көслө була. Грим бүлмәһендә кейеү өсөн башҡорт еләнен гел үҙе менән йөрөтөүе лә ошо турала һөйләй. Кеҫәһендә 50 франк менән яңы тормош башлаған яҡташыбыҙ тиҙ арала донъяның иң бай шәхестәре рәтенә инә. Ә таланты тураһындағы даны бөтә Ер шарына тарала.
Париж Гранд-операһының балет труппаһы директоры итеп тәғәйенләнгәс, бөйөк хореограф рус балет мәктәбен пропагандалауға күп көс һала. Дон Кихот, Золушка, Лебедное озеро, Щелкунчик, Ромео һәм Джульетта һәм башҡа балеттар ҡуя. Әгәр ҙә спектаклдә башлыса балериналарҙың партияһына төп урын бирелһә, Рудольф Нуриев ир-егет бейеүселәрҙең сәхнәләге ролен көсәйтеүгә ирешә. Рәсәйгә, Башҡортостанға ҡайтыуҙан тамам өмөтө өҙөлгән Нуриевҡа 1989 йылда, ниһайәт, Совет хөкүмәте сиктәрҙе үтергә рөхсәт бирә. Ул ҡайтып әсәһе, туғандары менән осраша. Киров театрында сығыш яһай.Ирек һөйөүсән, ҡурҡыу белмәҫ Рудольф Нуриевты халыҡта балет Сыңғыҙханы тип йөрөтәләр. Бик күп киноларҙа төшә, үҙе лә фильмдар төшөрә, дирижер булараҡ та сығыш яһай. Заман хореографияһында үҙен һынап ҡарай. Рудольф Нуриев 1993 йылдың 6 ғинуарында баҡыйлыҡҡа күсә. Тап шул йылда уның тыуған көнөндә Башҡорт опера һәм балет театры стенаһында барельеф барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта бөйөк яҡташыбыҙға Өфөлә һәйкәл ҡуйыу проекты ҡарала.