Ҙур ҡайғыға килтергән күңел асыу

Тулыраҡ: Ҙур ҡайғыға килтергән күңел асыу

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн Кемеровола сауҙа-күңел асыу комплексында һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.Фажиғә тураһында хәбәр ителгәс тә, Владимир Путин Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучковҡа тиҙ арала Кемероваға осорға һәм тейешле саралар күрергә ҡушҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә урынына Мәскәү һәм Красноярский ҡалаларынан министрлыҡтың өҫтәмә көстәре йәлеп ителәсәк. Ил етәксеһе янғында йәрәхәттәр алыусыларҙың ғаиләләренә медицина ярҙамы күрһәтергә ҡушҡан. Тәфтишселәр янған сауҙа үҙәгенең милексеһен асыҡлаған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Кемеровола сауҙа-күңел асыу комплексында 53 кеше һәләк булған. Уларҙың күбеһе балалар. Кисә ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә янғын сыҡты. Унда 60 кеше, шул иҫәптән 41 бала хәбәрһеҙ юғалғайны. Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та Кемеровола янғында һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты.Башҡортостан Республикаһы һәм үҙемдең исемдән ҡот осҡос фажиғәлә һәләк булыусыларҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ ҙур юғалтыуҙы дөйөм юғалтыу булараҡ ҡабул итәбеҙ, туғандарын һәм яҡындарын юғалтыусыларҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, йәрәхәтләнеүселәрҙең тиҙ арала һауығыуын теләйбеҙ, тиелә республика башлығының Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеевҡа телеграммаһында.