Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәйҙә эшләнгән “Кинжал”, “Сармат”, “Авангард” һәм пилотһыҙ һыу аҫты аппараты, атом ҡоралы менән йыһазландырылған ракета Америкала етди борсолоу тыуҙыра. Пентагон етәкселеге Ҡушма Штаттарҙың Рәсәйҙең гипертауышлы ҡоралынан һаҡланыу өсөн алым юҡ, тип белдерҙе. НАТО-ның киңәйеүе һәм беҙҙең ил сигендә ракетанан һаҡланыу ситемаларын урынлаштырыуы Мәскәүҙе Америка тарафынан боҙолған атом тигеҙлеген тергеҙеү юлдарын эҙләүгә этәрҙе.
  • Америка президенты Дональд Трамп Ҡытайға ҡарата сауҙа санкциялары индереү, Ҡытай инвестицияларын сикләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ҡушма Штаттар етәксеһе Пекиндан тиҙ арала сауҙа дефицитын 100 миллиард долларға кәметеүҙе талап иткән. Рәсми Пекин Американың был аҙымына мотлаҡ яуап буласаҡ, тип белдергән.
  • Францияның социаль тәьминәт системаһынан ҡулығыҙҙы алығыҙ. Ошондай талап менән Францияла 500 мең самаһы кеше урамдарға сыҡты. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Макрон Хөкүмәте тәҡдим иткән үҙгәртеп ҡороуҙарҙы туҡтатырға һәм халыҡҡа йөҙ менән боролорға саҡырҙы.
  • Ирландияның дублин ҡалаһында Метро Һотель ҡунаҡханаһы бүлмәләре янып иткән. Ут 13-сө ҡаттан тарала башлаған. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.