Республиканың иппотерапия үҙәгенә ябылыу ҡурҡынысы янай

Тулыраҡ: Республиканың иппотерапия үҙәгенә ябылыу ҡурҡынысы янай

Баҡтиһәң, үҙәктең ҡуртым буйынса ташламаларын бөтөргәндәр. Быға тиклем ул айына 2 мең булһа, хәҙер – 30 мең. Тик дәрестәрҙе бөтөнләй бушлай үткәргән дауалау учреждениеһының бындай юғары хаҡты түләргә мөмкинлеге юҡ.. Кекс ҡушаматлы ат балаларҙың дуҫы ла, табибы ла. Аҡыллы хайуан 10 йыл инде кешеләрҙе дауалай. Тәүге дәрестәрҙә арҡаһын тота ла алмаған Сәғиҙә, хәҙер үҙен ат өҫтөндә лә ышаныслы тоя. Тыумыштан балалар церебраль фалижы менән яфаланған 13 йәшлек ҡыҙ һыбай йөрөүҙән һуң үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя. Республикалағы берҙән-бер иппотерапия үҙәгендә 800-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Уларҙың күбеһе – мөмкинлектәре сикләнгән, аутизм, Даун синдромы, терәк-хәрәкәт аппараты һәм башҡа ауырыуҙар менән интеккән балалар. Иппотерапия, йәғни, аттар ярҙамында дауалауҙың һөҙөмтәләре баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр. Һыбай йөрөгөндә балалар үҙҙәренең ауырыуы тураһында бөтөнләй онотоп тора, шатлыҡ тойғоһо кисерә, ә йөҙҙәрендә – йылмайыу балҡый. Ат һыбайлыға бер минут эсендә 110 хәрәкәт импульсы бирә. Тимәк, мин үҙем тик ултырһам да, 110 мускул хәрәкәткә килә. Шуға ла аттар менән яҡындан аралашыу ауырыуҙарға ғына түгел, үҙҙәрен сәләмәт тип иҫәпләгәндәргә лә яҡшы физик күнекмә. Өҫтәүенә, был ғәжәйеп үҙенсәлекле, аҡыллы хайуандар кешегә үҙенең ыңғай энергетикаһын бирә. Аттар менән аралашырға һау балалар ҙа килә. Бер йәшенән үк үҙәккә йөрөгән Әмир хайуандарға эҫенеп тә өлгөргән.Әммә үҙәккә ябылыу ҡурҡынысы янай, ти уның директоры. Сөнки 2016 йылдан ергә ҡуртым түләүҙәре артҡан: быға тиклем ташлама менән айына 2 мең булһа, хәҙер — 30 мең. Пеня ла өҫтәлеп, 800 меңгә яҡын бурыс йыйылған. Быға тиклем үҙәк урынлашҡан биләмә Ер һәм милек министрлығына ҡараған. Хәҙер биналар ғына был ведомствонығы, ә ер ҡаланыҡы. Хәҙер законға ярашлы, ер ҡуртымға торғы аша ғына бирелә. Шуға күрә үҙәк етәкселәренә был биләмәне аукционға ҡуйһындар өсөн ер һәм милек идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тинеләр ҡала хакимиәтендә. Ә инде ташламалар буйынса республиканың монополияға ҡаршы хәҙмәте ҡарар сығара. Ыңғай һөҙөмтәләр булмаһа, үҙәк был урындан күсергә лә риза. Тик дәрестәрҙе бөтөнләй бушлай үткәргән дауалау учреждениеның ер өсөн юғары хаҡ түләргә мөмкинлеге юҡ.