“Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары” проекты сиктәрендә китап Саха-Яҡут республикаһы Дәүләт Йыйылышы тәҡдиме менән нәшер ителгән. Яҡут телендә ул Ураал Баатыр тип атала. «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
“Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе
Тулыраҡ: “Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе